1. Родителям
  2. Новости
  3. Күңелле ял ойошторҙоҡ

Күңелле ял ойошторҙоҡ

Ноябрь 11, 2019 Просмотров: 31

Уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары, йәғни беҙ 9 класс уҡыусылары көҙгө каникулды күңелле һәм файҙалы үткәрҙек.

Класс етәксеһе Гөлгинә Мирғәле ҡыҙы менән Баймаҡ районы үҙәгенә барып тәү сиратта тирә-яҡты өйрәнеү крайы музейына сәйәхәт ҡылдыҡ.

Артабан “Баһадир” һауыҡтырыу комплексында урынлашҡан бассейнға юлландыҡ. Бер сәғәт арауығында  рәхәтләнеп йөҙҙөк, сумдыҡ. Анан һуң инде С.Юлаев исемендәге паркка барҙыҡ. Махсус ҡоролмаларында физик күнекмәләр яһаныҡ һәм тамаҡ ялғап алғас ҡайтырға сыҡтыҡ.Бындай ял күңелгә хуш килде һәм иҫтә ҡалырлыҡ булды.