1. Родителям
  2. Новости
  3. 19 ноябрь Баймаҡ районы муниципаль районының Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белеем биреү мәктәбендә «Тәрбиәүи эштә күп яҡлы үҫешкән шәхес үҫтереүҙә төрлө формалар һәм методтар ҡулланыу саралары” темаһына район мәктәптәренең тәрбиә эш буйынса директор урынбаҫарҙ

19 ноябрь Баймаҡ районы муниципаль районының Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белеем биреү мәктәбендә «Тәрбиәүи эштә күп яҡлы үҫешкән шәхес үҫтереүҙә төрлө формалар һәм методтар ҡулланыу саралары” темаһына район мәктәптәренең тәрбиә эш буйынса директор урынбаҫарҙ

Ноябрь 19, 2019 Просмотров: 46


19 ноябрь Баймаҡ районы муниципаль районының Ишмырҙа ауылы төп  дөйөм белеем биреү мәктәбендә «Тәрбиәүи эштә күп яҡлы үҫешкән шәхес үҫтереүҙә төрлө формалар һәм методтар ҡулланыу саралары” темаһына район мәктәптәренең тәрбиә эш буйынса директор урынбаҫарҙарының семинары булып үтте.  Әйтергә кәрәк, Ишмырҙа мәктәбе районда яңылыҡҡа ынтылыусы, ижади эшләүсе коллективтарҙың береһе булып һанала. Директор урынбаҫарҙары Мәктәп гәзите сығарыу һәм Мәктәп телевидениеһын эшләү буйынса мастер-кластар ҡарап үттеләр, шулай уҡ  Уҡыусылар ҡоролтайының эше менән таныштылар.

Пленар өлөштә Ишмырҙа мәктәбе директоры Монасипов И.М. һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Үҙәкина Г.М. сығыштарын тыңланылар.  Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар балалар ижады үҙәге педагог- ойоштороусыһы Муллагильдина Г.А. “Балалар ойошмаһының эшмәкәрлеге – тәрбиәүи эштең бер формаһы”, тип аталған  сығышын тыңланылар. Әйткәндәй, Муллагильдина Г.А.  тәҡдим иткән Балалар ойошмаһы ошо арала бөтә район мәктәптәрендә индереләсәк. Баймаҡ ҡалаһының 3-сө һанлы мәктәбенең педагог-психологы     Түләкова В. Ә.  Бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау тураһында сығыш яһаны.

Семинарҙың аҙағында Баймаҡ ҡалаһы мәғариф бүлеге методисыСөләймәнова Л.Й. Мәктәп һәм тәрбиә эшен камиллаштырыу, һөҙөмтәллелеген арттырыу. Хәүефһеҙ заманса белем биреү мөхите булдырыу хаҡында телмәр тотто. Район һәм ҡала мәктәптәрендә тәрбиә эштәрҙең торошона байҡау яһап үтте, яңылыҡтар менән булеште, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Семинарҙыйомғаҡлап, Люциә Йомабай ҡыҙы Ишмырҙа администрацияһына, директор урынбаҫары Гөлгөнә Мирғәле ҡыҙына, коллективҡа һәм үҙ һөнәрҙәрен күрһәткән уҡыусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе һәм сараның ҙур кимәлдә үтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте. Сараға килгән директор урынбаҫарҙары  яҡшы тьәҫораттары менән буленеште, үҙ мәктәптәрендә лә семинарҙа күргәндәрен практик йәһәттән ҡулланырға килештеләр.