1. Родителям
  2. Новости
  3. Мәктәптә башҡорт теле көнөнә арналған тематик шәмбе үтте

Мәктәптә башҡорт теле көнөнә арналған тематик шәмбе үтте

Декабрь 14, 2019 Просмотров: 112

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнде. Уның сиктәрендә бөтә республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторолдо. Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы мәктәбендә лә был көнгә ҡарата төрлө саралар үткәрелде.

         “Мәңге йәшә, башҡорт теле!”  исеме аҫтында берҙәм дәрес үтте.

 Тематик линейка Мифтахетдин Аҡмулланың тормош һәм ижад юлына арналды һәм “Аҡмулла һабаҡтары” тип аталды. Башланғыс класс уҡыусылары, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙылыр, йомаҡтар сисеп үҙ-ара көрәштеләр, башҡорт халыҡ уйындары уйнап күңел астылар.

 Өлкән класс уҡыусылары викторина һорауҙарына яуап биреп, “Әлләсе?” уйын-ярышында әүҙем ҡатнаштылар. Ике командаға бүленеп балалар үҙҙәренең отҡорлоғон, тапҡырлығын, зирәклектәрен күрһәттеләр. Ярышта “Йондоҙҙар ” командаһындағы уҡыусылар еңеүсе булдылар.

Башҡорт теле көнөн йомғаҡлап линейка үткәрелде. Сарала әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар һәм командалар маҡтау грамотаһы менән бүләкләнделәр.