1. Родителям
  2. Новости
  3. Семеновск башланғыс мәктәбендә матур итеп биҙәлгән шыршы янында Яңы йыл байрамы үтте

Семеновск башланғыс мәктәбендә матур итеп биҙәлгән шыршы янында Яңы йыл байрамы үтте

Декабрь 29, 2019 Просмотров: 42

Семеновск башланғыс мәктәбендә матур итеп биҙәлгән шыршы янында Яңы йыл байрамы үтте. Был байрам балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр һәм уҡыусылар өсөн әҙерләнгәйне. Ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Балалар йырлап, бейеп, уйнап күңел астылар. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға ярышып-ярышып ятлаған шиғырҙарын һөйләнеләр. Ҡыш бабай тәмлекәстәр ҙә таратты. "Семеновский рудник" исеменән күстәнәстәрҙе балаларға Светлана Йәрмөхөмәтова таратты. Балалар, ата-әсәләр, мәктәп коллективы исеменән беҙ уларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

С уважением С. Гульшат