Уҡыусылар ҡоролтайының 2020 йылдағы тәүге ултырышы
Январь 2, 2020
Просмотров: 47
Бөгөн, йәғни 2 ғинуар көнө Ишмырҙа ауылы мәктәбендә уҡыусылар ҡоролтайының яңы йылда тәүге ултырышы булып үтте. Көн тәртибендә ҡоролтай рәйесе Ишмырҙин Айгиз үткән йылға йомғаҡ яһап үтте. Киләһе йылға башҡарыласаҡ эш проектын тәҡдим итеп тауышҡа ҡуйҙы. Ҡоролтай ағзалары бер тауыштан риза булдылар. Тәҡдимдәр ҡабул ителде.
Тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Үҙәкина Г.М. уҡыусылар ҡоролтайы эшен юғары баһаланы. Шул уҡ кимәлдә артабан да берҙәмлектә эшләргә саҡырҙы.