"Өләсәйем һандығы" тип аталған байрам үтте
Январь 21, 2020
Просмотров: 129
Бөгөн Семеновск ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр өсөн "Өләсәйем һандығы" тип аталған байрам үтте. Сараның төп маҡсаты- үҫеп килгән быуынға, бигерәк тә ҡыҙ балаларға тейешле тәрбиә биреү, һандыҡ тураһында төшөнсә индереү, быуындан быуынға тапшырыла килгән йолаларҙы тергеҙеү. "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары Райхана Ҡашҡарова һәм Мәрйәм Шәрипова һандыҡ төбөнән сыҡҡан һәр бер әйбер тураһында ентекләп һөйләнеләр. Ҡыҙҙар тәңкәләре сыңлап торған биҙәнеү кейемдәрен үҙҙәре лә кейеп ҡаранылар. Сара бик күңелле һәм фәһемле үтте.
С уважением С. Гульшат