1. Родителям
  2. Новости
  3. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск таҙартылды

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелиск таҙартылды

Январь 24, 2020 Просмотров: 288

Ишмырҙа ауылы мәктәбе уҡыусылар ҡоролтайы ағзалары Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған обелискты ҙур ихласлыҡ менән ҡарҙан таҙарттылар.

Быйылғы йыл Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте тарафынан “Хәтер һәм Дан йылы” тип иғлан ителде.  Бөгөнгө йәш быуын өсөн ул – Хәтер йылы. Һуғыш йылдан – йыл йырағая бара, ә ветерандарҙың, һуғышта ҡатнашыусыларҙың сафтары һирәгәйә.

1945 йылдың Еңеү көнөндә 18- 20 йәштә булған ир- егеттәр, бөгөн 86 -90 йәш. Әйҙәгеҙ, уларға иғтибарлыраҡ булайыҡ, беҙ был тыныс тормошта йәшәүебеҙ менән Һеҙгә бурыслыбыҙ, хөрмәтле ветерандар!

Еңеү! Ниндәй матур хәбәр!

Көрәш тә юҡ, тынды һуғыш та.

Күп батырҙар яуҙа ятып ҡалды,

Илен яҡлап һуңғы һулышта.

Медалдәре сыңлай күкрәктәрҙә,

Шундай туған, шундай яҡындар.

Рәхмәт һеҙгә, батыр ил улдары,

Еңеү алып ҡайтҡан өсөн,

Яу эсенән, утлы ялҡындан.