1. Родителям
  2. Новости
  3. Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Халыҡ-ара туған телдәр көнө

Март 2, 2020 Просмотров: 22

Ишмырҙа төп дөйөм белем биреү мәктәбендә 71 кеше туған телдә диктант яҙҙы. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар менән бер рәттән эшселәр һәм хаҡлы ялда булыусылар ҙа  ҡатнашты. Быйыл ул генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуына арналды. Диктант өсөн яҙыусы-публицист Сәғит Ҡадировтың “Урал бөркөтө” әҫәренән өҙөк һайланған ине. 27 февраль был сарала ҡатнашыусылар ҡулдарына сертификат алып ҡыуанды.