1. Родителям
  2. Новости
  3. Осрашыу үтте...

Осрашыу үтте...

Март 2, 2020 Просмотров: 101

 Башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, уны киләсәк быуындарға еткереү хәҙерге заманда бик актуаль.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп башҡорт ғаиләләре, айырыуса ҡала мөхитендә, телебеҙҙе өйрәнеүҙе кәрәк тип тапмай, өйҙә балалары менән ярты урыҫса - ярты башҡортса һөйләшә. Һөҙөмтәлә, үҙ телен,  мәҙәниәтен йүнләп белмәгән, урыҫса фекерләгән, иленә, халҡына ҡарата битараф бала үҫеп етә.  Үҙ телеңә битарафһың икән, тимәк, ил, милләт  киләсәге лә ҡайғыртмай. Ниндәй ҡурҡыныс хәлгә килеп етеүебеҙ бар!

Ошо проблеманың ни тиклем киҫкен тороуын иҫәпкә алып мәктәп етәкселеге  Ишмырҙа һәм Ярат ауылдарының дин әһелдәре менән осрашыу үткәрҙе.  Сапаров Айҙар һәм Монасипов Мөхтәр, Зөлҡәрнәев Илдус ағайҙар уҡыусылар менән ихлас  аралашып туған телдең ҡәҙерен белергә һәм хөрмәт итергә саҡырҙылар. Туған телде һаҡлап ҡалыу, уны киләсәк быуынға еткереү маҡсаты менән янған ир-егеттәр  булғанда, башҡорт теле йәшәр, ә  балалар илһөйәр, аңлы, рухлы булып үҫерҙәр, тигән өмөттәбеҙ.