1. Родителям
  2. Новости
  3. "Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға" ярҙам итәбеҙ.

"Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға" ярҙам итәбеҙ.

Декабрь 16, 2020 Просмотров: 38

Ҡыш миҙгеле - бөтә ҡоштар өсөн дә ауыр осор. Билдәле булыуынса, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡышын һыуыҡтан түгел, ә аслыҡтан һәләк булалар. Һалҡындар башланыу менән ҡоштарға аҙыҡ кәмей. Сатлама һыуыҡ төндәрҙә туңмаҫ өсөн ҡоштарға бик күп энергия кәрәк. Шул энергияны туҡтауһыҙ тулыландырыу маҡсатынан, ҡоштар йәй көндәренә ҡарағанда ла күберәк һәм йышыраҡ туҡланырға тейеш.

"Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға" ярҙам күрһәтеү маҡсатында, I класс уҡыусылары, етәкселәре Хажиәхмәтова Г.Н. менән ҡоштарға төрлө емдәр һалып ағастарға тағараҡтар элделәр. Беҙгә ярҙам итеүсе атай-әсәйҙәребеҙгә оло  рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.