1. Родителям
  2. Новости
  3. Әлифба байрамы үтте

Әлифба байрамы үтте

Февраль 20, 2021 Просмотров: 285
                         
Рәхмәт , һиңә, Әлифбабыҙ                         
Белем иленең башы                                 
Асыштарҙың,табыштарҙың                   
Бәхеттең нигеҙ ташы
Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбендә I класс уҡыусылары "Әлифба" байрамы үткәрҙе (класс етәксеһе, Г.Н.Хажиәхмәтова). Әле яңы ғына мәктәп ишеген асып кергән уҡыусыларыбыҙ хәҙер уҡый, яҙа белә.  Уҡыусылар шиғыр ятланылар, йырланылар, йомаҡ ҡойҙолар, төрлө фәндәрҙең эштәрен үтәнеләр. 1 класс уҡыусыларын  мәктәп директоры Г.М. Үҙәкина, ата-әсәләр ҡотланы,. Балаларға иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Хөрмәтле ата-әсәйҙәр! Балаларҙың әлифбаны тырышып үҙләштереүендә һеҙҙең өлөш бик ҙур! Һеҙгә лә бик ҙур рәхмәт!
 Уҡыусылар, һеҙҙең алда ҙур һәм бейек фән тауы бар. Шул тауҙың башына менер өсөн тырышып уҡырға кәрәк. Уңыштар!