Асыҡ ишектәр көнө
Март 2, 2021
Просмотров: 50
Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенә "Башҡортостан ата -әсәләре файҙалы туҡланыу өсөн" Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнөнә ярашлы мәктәп ашханаһына ата-әсәләр комитеты ағзалары килде. Улар уҡыусыларҙы ашатыуҙың сифатын ҡаранылар, аҙыҡты әҙерләү һәм һаҡлау тәртибе, журналдар торошо менән таныштылар, үҙҙәренең фекерҙәрен һәм теләктәрен еткерҙеләр.
Уҡыусылар тематик һүрәттәр эшләнеләр, анкета һорауҙарына яуап биреү ойошторолдо.