Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы үтте
Май 22, 2021
Просмотров: 330
Мәктәп йылдары... Ғүмерҙең иң яҡты хәтирәләре,иң иҫтәлекле ваҡиғалары
менән беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡлана.
22 май, Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең IX класс уҡыусылары өсөн “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһы үтте. Бөгөн шатлыҡлы ла, бер аҙ моңһоу ҙа көн. Сығарылыш класс уҡыусыларына ғүмерҙең иң саф, иң наҙлы, ғәмһеҙ мәле - баласаҡ менән хушлашыу; шатлыҡтарҙы ла, борсолоуҙарҙы ла бергә үҫкән мәктәп менән һаубуллашыу мәле етте.
Быйыл мәктәбебеҙҙе Игебаева Азалия Зөлфир ҡыҙы, Ишмырҙин Азамат Сәлим улы һәм Иҫәндәүләтов Айгиз Марсель улы тамамлай.
Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусыһы! Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ булһын!