Һаҡ булығыҙ юлдарҙа!
Май 31, 2021
Просмотров: 162
Юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, кешеләр һаулығын, ғүмерен һаҡлау - яуаплы бурыс.
28 май, Ишмырҙа ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылар ҡоролтай ағзалары Баймаҡ ҡалаһы һәм районы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Һаҡ йөрөгөҙ, юлдарҙа!" акцияһы ойошторҙо. Уҡыусылар, машина йөрөтөүселәргә юл хәрәкәте хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү тураһындағы мәғлүмәти иҫкәрмәләр таратты.
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдереп, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.