1. Ученикам
  2. Новости
  3. "Студенттар менән осрашыу”

"Студенттар менән осрашыу”

Февраль 3, 2018 Просмотров: 436

Студенттарҙы директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Вәлимә Минтимер ҡыҙы Сыңғыҙова үткән байрамдары менән ҡотланы, уҡыуҙарында уңыштар теләне.
Кисәне алып барыусылар, 8-сы класс уҡыусылары Яҙгөл Ҡунаҡҡолова менән Ләйсән Сапарова  ҡунаҡтарға һүҙ бирҙе. Уҡыусылар менән студенттар араһында йәнле әңгәмә ҡоролдо.  Ятаҡта йәшәү шарттары, спорт менән шөғөлләнеү, мәҙәни саралар, стипендия хаҡында мәғлүмәттәр алды йәш дуҫтарыбыҙ.
Студенттар үҙҙәре уҡыған уҡыу йорттары, күңелле студент тормошо тураһында һөйләнеләр, уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр.
Кисәнең икенсе өлөшөндә уҡыусылар һәм студенттар үҙ-ара зирәклектә ярышты. Сара талиптар менән дөйөм фотоға төшөү менән тамамланды.