1. Ученикам
  2. Новости
  3. «Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы

«Урал-батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең конкурсы

Апрель 24, 2018 Просмотров: 86

Бәйгенең төп маҡсаты — «Урал-батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу; башҡорт халҡының һәм республикалағы башҡа халыҡтарҙың тарихи һәм мәҙәни мираҫына һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү; йәштәрҙә илһөйәрлек һәм гражданлыҡ сифаттары, әхлаҡи-этик ҡиммәттәр һәм әүҙем тормош позицияһы тәрбиәләү, уларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү.

Бәйгелә башланғыс һәм өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыр өсөн район мәктәптәренән йөҙгә яҡын уҡыусы килде.

Бәйге талаптары буйынса, йәш сәсәндәр «Урал-батыр» эпосынан өҙөктө Рәсәй халыҡтары телдәрендә һәм сит телдәрҙә яттан һөйләргә тейеш ине һәм талаптарға ярашлы эпос башҡорт, рус, татар, инглиз, немец телдәрендә яңғыраны.

Ишмырҙа ауылы мәктәбе уҡыусылары ла бәйгенән ситтә ятып ҡалманы. 7 класс уҡыусыһы Әфләтүнова Нурзилә эпосты яңғыҙ һөйләне. Башланғыстарҙан өсөнсөләр, урта кластарҙан 6 класс һәм 7 класс уҡыусылары «Урал-батыр» эпосын сәхнәләштерҙеләр.Тутманова Әдилә, Ишмырҙин Айгиз, Әфләтүнова Нурзилә иң оҫта роль башҡарыусы булып тамашасыларҙың һөйөүен яуланылар. Аҡҡош булып бейеүсе ҡыҙҙарҙы барыһы ла үҙ итте. Бәйге тамам, әлегә жюринең баһаларын көтәбеҙ